Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2018, 14:31

Өҫтөнлөк — сифатлы белем биреүгә

Мәктәптәр төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға республика бюджетынан — 1,636 миллиард, федераль бюджеттан 523,145 миллион һум аҡса бүленгән

Башҡортостанда киләһе уҡыу йылына бурыстар билдәләнде

10 августа республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә сираттағы август кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу кеше — төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, мәғариф усаҡтары директорҙары, йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр комитеттары вәкилдәре ҡатнашты. Пленар ултырышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Быйылғы кәңәшмәнең төп темаһы заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу, тип билдәләнде. Сара сиктәрендә бер нисә фекер алышыу майҙансығы эшләне. Педагогтар уҡытыу һәм тәрбиә эшенең яңы алымдары, балаларҙы иртә йәштән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ алып барҙы.
Донъя кимәлендәге белем биреү
Үҙенең сығышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов мәғарифҡа ҡағылышлы һорауҙар Президент Владимир Путиндың 2024 йылға тиклем ил үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында «май» указында өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Указда мәктәп белеменең сифаты буйынса Рәсәйҙе донъяның иң яҡшы ун дәүләте исемлегенә индереүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ яңы алымдар һәм технологияларҙы үҙләштереүгә, тармаҡтың матди базаһын нығытыуҙы дауам итеүгә, һанлы мәғариф мөхитен үҫтереүгә баҫым яһала. Педагогтарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итәсәк заманса милли система булдырыу зарур. 2024 йылға университеттар менән фәнни ойошмалар һәм предприятиелар ҡатнашлығында кәм тигәндә 15 ғилми-белем биреү үҙәге асыу бурысы тора. Дөйөм алғанда, Указды үтәү сиктәрендә башҡарылған саралар илебеҙҙең белем биреү системаһын һиҙелерлек яҡшыртырға, йәш белгестәрҙең көнәркәшлек һәләтен арттырырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары
Быйылғы уҡыу йылында республиканың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре 850 меңдән ашыу баланы ҡабул итәсәк. Мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылына лайыҡлы әҙерләнә, уларҙа заманса шарттар булдырыла. Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, капиталь ремонт эшләнә, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.
— Республиканың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә 49 мәғариф объектында төҙөлөш һәм реконструкция эштәре бара. Быйыл алты мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк. Киләһе ике йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа тағы 10 мең самаһы урын булдырып, 2021 йылға барлыҡ кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына йөрөүен тәьмин итеү бурысы тора. 2025 йылға мәктәптәрҙе бер сменалы уҡытыуға күсереү тамамланасаҡ, — тине төбәк Башлығы.
БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлгә 100 мәктәп, 46 спорт залы ремонтланған, өҫтәмә рәүештә 6842 уҡыу урыны булдырылған. Махсус белем биреү учреждениеларын Ворлдскиллс халыҡ-ара системаһы буйынса эшсе һөнәрҙәр квалификацияһы стандарттарына ярашлы аккредитациялауға әҙерләү өсөн 85 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Быйыл колледждарҙың 70 проценты 50 йүнәлеш буйынса Ворлдскиллс хәрәкәтенә йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ һәләтле балаларҙы уҡытыу иғтибар үҙәгендә — моноҡалаларҙа технопарктар булдырыу өсөн 64 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Балалар баҡсаларында алып барылған капиталь ремонтҡа 100 миллион һум бүлеү ҡаралған, аҡса тәү сиратта ясли төркөмдәре булдырыуға тотонолорға тейеш.
Хәүефһеҙ һанлы мөхит
Заман мәғарифы мобиль уҡытыу алымдарына, интерактив модулдәргә, виртуаль ысынбарлыҡҡа таяна. 2023 йылға илебеҙ мәктәптәре баҫма әсбаптарҙы алмаштырасаҡ электрон уҡыу китаптары системаһына күсергә тейеш.
— Дөйөм алғанда, республикабыҙ һанлы белем биреү мөхитен үҫтереү йәһәтенән ил төбәктәре араһында алдынғы урын биләй. Шуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештәге эште әүҙем дауам итеү, уҡытыу барышында электрон, онлайн белем биреү мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланыу, һанлы лабораториялар, робот техникаһы студиялары булдырыу бурысы тора, — тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында.
БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова билдәләүенсә, һанлы белем биреү мөхите — ул тағы бер милли проект. Дәүләт гранттары ярҙамында «Һәләтле балалар», «Түңәрәктәр эшмәкәрлеге», «Электрон селтәр мәктәбе», «Ата-әсәләр өсөн портал» электрон платформалары, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү өсөн һөнәри белем биреүҙе ойоштороу порталы булдырылған. Киләһе йылдан республиканың барлыҡ мәктәптәренә юғары тиҙлекле элемтә барып етәсәк. Әлегә белем усаҡтарының 30 проценты уҡытыуҙа интернет-ресурстарын файҙалана. 2019 йылда был күрһәткесте 40 процентҡа еткереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙә киберхәүефһеҙлек һәм кибергигиена модулдәрен үҙләштереү, электрон белем биреү, дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар сиктәрендә төбәк медиа-контенты булдырыу бурысы ҡуйыла.
Һәләтле йәштәргә ярҙам
2024 йылға тиклем Рәсәй технологик белем, һәләтле йәштәргә ярҙам (тәү сиратта техник өлкәлә) йәһәтенән алдынғы илдәр рәтенә сығырға тейеш. Әле республикабыҙҙа мәктәп уҡыусыларының 10 проценты ғына техник ижад менән шөғөлләнә. «Башҡортостан кванториумы» балалар технопаркының ни бары өс майҙансығы эшләй. Төбәк Башлығы урындағы етәкселәргә әлеге йүнәлеште үҫтереү бурысын ҡуйҙы.
— Беҙҙә инновацион уҡытыу алымдарына таянған алдынғы мәктәптәр селтәре — лицей һәм гимназиялар, айырым йүнәлештәрҙе тәрәндән өйрәнеүсе белем усаҡтары бар. Уларҙа республика уҡыусыларының 35 проценты белем ала. Беҙ һәр бала менән тейешенсә эшләргә, һәләттәрен ваҡытында күреп үҫтерергә тейешбеҙ. Улар үҙҙәрен республикабыҙҙа, үҙе йәшәгән ҡалала йәки районда тулыһынса асһын, киләсәген тыуған төйәге менән бәйләһен өсөн шарттар тыуҙырыу зарур, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, быйыл республиканың ете моноҡалаһында балалар технопарктары барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәмә белем биреү навигаторы эш башлаясаҡ, ул балаларға һәм ата-әсәләргә программаларҙы ирекле рәүештә һайлау мөмкинлеге бирәсәк. «Талант һәм уңыш» фонды һәм «Сириус» үҙәге менән килешеүҙәр төҙөү республиканың өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереүҙә мөһим аҙым булды. Һәр бала үҙ һәләттәрен тейешенсә аса һәм таныта алһын өсөн республика Мәғариф министрлығы конкурс һәм олимпиадаларҙың берҙәм календарын булдырырға тәҡдим итте.
БДУ, БДПУ һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек иткән мәктәптәр нигеҙендә техник һәм гуманитар йүнәлештәге предуниверсарийҙар булдырыу эшенә тотондо. Был башланғыстың маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайлауға, вуз уҡытыусылары, уҡыу йорттарының мөмкинлектәре менән танышыуға булышлыҡ итеү. Юғары көнәркәшлек шарттарында Башҡортостан вуздарына үҙҙәрен киңерәк танытыу, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү, мәктәп уҡыусыларын үҙебеҙҙә белем алып, артабан эшкә ҡалыуға йәлеп итеү бурысы ҡуйыла. Шулай уҡ университеттарҙың төрлө алдынғы предприятиелар, ғилми учреждениелар, бизнес инкубаторҙар, технопарктар менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү зарур, был уларҙың үҙҙәренә лә, сығарылыш студенттарына ла яңы мөмкинлектәр асасаҡ.
— Төбәгебеҙҙең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыусы юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеү алымдарын уйларға кәрәк. Шулай уҡ иҡтисад өлкәһендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгестәр әҙерләүсе урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ла ярҙам күрһәтеләсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республикала һәләтле йәштәр матди йәһәттән дә баһалана. Башҡортостан Башлығының стипендияһы күләме арттырылды: колледж уҡыусыларына — 2300 һумғаса, вуз студенттарына — 5750, аспиранттарға — 7000 һумғаса.
Белемде тикшереү
Мәктәптәрҙәге сығарылыш имтихандары һөҙөмтәләренән күренеүенсә, республикала һуңғы йылдарҙа белем сифаты яҡшыра бара. БДИ-ны 81 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырыусылар арта, күп кенә фәндәр буйынса уртаса балл да күтәрелде.
2018 йылдың имтихан кампанияһы ҡайһы бер яңы башланғыстары менән айырылды. Мәҫәлән, 9-сы кластарҙа рус теле буйынса белем кимәлен тикшереү әңгәмә формаһында уҙғарылды. Быйыл тәүге тапҡыр барлыҡ БДИ тапшырыу пункттарында имтихан материалдары аудиторияларҙа ҡағыҙға баҫып сығарылды. Әҙер эштәр ҙә шунда уҡ сканер аша үткәреп ебәрелде. 11-селәр имтихан тапшырған пункттарҙың барыһы ла видеокүҙәтеү менән йыһазландырылды. Әлеге мәлдә 9-сы һәм 11-се кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үткәреүҙең яңы тәртибе әҙерләнгән. Киләһе йылдан ҡытай теле буйынса БДИ тапшырыу мөмкин буласаҡ, ә 9-сы класта рус теле буйынса әңгәмәләшеү мотлаҡҡа әйләнәсәк.
Алдынғы ата-әсәләр
Икенсе йыл рәттән август кәңәшмәһе сиктәрендә ата-әсәләр менән берлектәге фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Быйыл нисек тулы хоҡуҡлы белем биреү мөнәсәбәттәре ағзаһы булыу мәсьәләһе ҡаралды. Һөҙөмтәлә республикала ата-әсәләр берләшмәләре селтәрен киңерәк йәйелдереп, фекер алышыу һәм консультациялар өсөн берҙәм мәғлүмәт платформаһы булдырыу хаҡында килешелде. Бөгөн беҙҙә «Алдынғы ата-әсәләр» тип аталған ойошма эшләп килә, улар тарафынан балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү йәһәтенән семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Атайҙар ҡоро мәктәп менән ғаиләне бәйләйәсәк үҙенсәлекле алым булмаҡсы.
Яслиҙар кире ҡайта
Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тергеҙелә. Республикабыҙ «Замана ата-әсәһе» милли проектына ҡушылды. Төбәктең балалар баҡсаларында киләһе ике йылда маҡсатлы төҙөлөш алып барып, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр өсөн өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостан — иң күләмле финанс ярҙам алыусы төбәктәрҙең береһе. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан — 1 миллиард 361 миллион һум, республиканан 1 миллиард 29 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ ҡул аҫтында булған биналарҙы ясли-балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн 325 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана, урындағы үҙидара органдары ла финанс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән мөмкинлектәр эҙләй. Һөҙөмтәлә, киләһе йылға балалар баҡсаһына ихтыяжы булған өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙең 90 проценты урын менән тәьмин ителергә тейеш.