Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 13:43

Рәсәй Хөкүмәте грантына эйә булды

Педагогия эшмәкәрлегендәге юғары күрһәткестәре, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүгә мөһим өлөш индергәне өсөн Миләүшә Яманһарина Рәсәй Хөкүмәте грантына лайыҡ булды.

Камиллыҡҡа ынтылыш, яңы белемгә эйә булыу теләге - заман уҡытыусыһының иң мөһим һөнәри сифаттарының береһе. Нөгөш мәктәбенән Миләүшә Дамир ҡыҙы тап шундайҙарҙан. Ул өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, даими рәүештә үҙенең һөнәри кимәлен күтәреүгә ынтыла, һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уңыштарынан халыҡ шағирҙары Мостай Кәримдең 95 йыллығы, Рауил Бикбаевтың 75 йәше айҡанлы һәм шулай уҡ халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тормошо, ижад юлы буйынса республика конкурстарында юғары күрһәткестәргә өлгәшеүен билдәләргә мөмкин. 2016-2017 йылғы уҡыу йылында ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсының район турында беренсе урын алды һәм төбәк-ара турҙа республиканың иң яҡшы ун педагогы араһында “Педагогия оҫталығы өсөн” номинацияһында еңде.

Маҡсатҡа ынтылышлы, ижади, әүҙем булараҡ, Миләүшә Яманһарина уҡытыуҙың яңы технологияларын, алымдарын үҙләштерә, үҙенең тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән ихлас уртаҡлаша. Дәрес өлгөләре, мәҡәләләре Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты сығарған йыйынтыҡтырҙа урын алыуы ла уның талантлы уҡытыусы икәнлеге хаҡында һөйләй.
Миләүшә Дамир ҡыҙы һәр баланы үҫтереү өсөн уңайлы шарт булдыра белә, һәләтлеләрҙе асыҡлауға, уларҙы артабан үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Уҡыусыларын фәнни-тикшеренеү эшенә, олимпиадаларға, ижади конкурстарға йәлеп итеүгә өҫтөнлөк бирә. Төбәк-ара, республика олимпиадаларында, конференцияларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, һуңғы ике йыл рәттән Мәликә Яҡшыева, Илгенә Мырҙағолова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала маҡтаулы урын алды. Мәликә шулай уҡ республика кимәлендәге Ломоносов уҡыуҙарында, “Киләсәккә аҙым” конференцияһында призер булды. Гөлнур Яманһарина, Мөхәммәтүмәр Яҡшыевтар ижади конкурстарҙа алдынғы урындар яуланы. Һуңғы өс йылда Миләүшә Дамир ҡыҙының 4 уҡыусыһы район олимпиадаларында еңеүсе, 9-ы призер булды.
Уҡытыусы кластан тыш та ҙур эшмәкәрлек алып бара. Ул ойошторған “Нур” театр түңәрәге уңышлы эшләй. Атай-әсәйҙәр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Миләүшә Яманһарина йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте, педагогия оҫталығы өсөн Башҡортостан Мәғариф министрлығы, мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Быйыл ул Рәсәй Хөкүмәте грантына лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙҙең юғары награда алыуына бик шатбыҙ һәм уға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА,
мәғариф идаралығы методисы.
Һүрәттә: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте грантына эйә Миләүшә Яманһарина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: