Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2018, 12:57

Белем сифаты, хәүефһеҙ мөхит - көнүҙәктә

Ҡала мәҙәниәт һарайында район-ҡала педагогтар берләшмәһенең традицион сараһы - август кәңәшмәһе - үтте.

Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы, район Хакимиәте, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, педагогия хеҙмәте ветерандары, йәш белгестәр ҡатнашты.

Конференцияның пленар өлөшө алдынан сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар район-ҡаланың мәктәпкәсә, дөйөм, өҫтәмә белем биреү учреждениелары әҙерләгән күргәҙмә менән танышты. Унда алдынғы уҡытыусыларҙың яңы технологиялар ҡулланған дәрес эшкәртмәләрен, педагогтарҙың, белем усаҡтарының ҡаҙаныштарын, һәләтле балаларҙың ижади эштәрен күрергә була ине.
Конференция Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы һәм “Йәйғор” өлгөлө бейеү коллективы тәрбиәләнеүселәренең сағыу сығышы менән башланды.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығышында дөйөм көс һәм тырышлыҡ менән белем биреү өлкәһендә милли проекттар, муниципаль программалар тормошҡа ашырылыуын, сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғарифҡа йыл һайын урындағы бюджеттың яртыһынан күбеһе йүнәлтелеүен билдәләне. Педагогтарҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов, Мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин ҡотланы.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, быйылғыһына төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дөйөм алғанда сығыш яһаусыларҙың бөтәһе лә уҡытыу һәм тәрбиә эшенең сифатын, педагогия кадрҙарының квалификацияһын күтәреү, балалар һәләтен кесе йәштән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, белем биреүҙе камиллаштырыу һәм башҡалар тураһында һүҙ алып барҙы.
Был тантаналы көндә байтаҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы һәм фән профсоюздары, республика Прфсоюздар федерацияһының, районХакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүгә намыҫлы ҡараған етәкселәр билдәләнде. Йәш белгестәргә район Хакимиәтенең ҡотлау сәләме тапшырылды. Педагогия кәңәшмәһе район-ҡаланың иң яҡшы үҙешмәкәр артистары һәм коллективтары әҙерләгән концерт менән тамамланды.
Һүрәттә: Күп йыллыҡ намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бүләкләнгән педагогтар: 3-сө гимназияның башланғыс класс уҡытыусыһы Ирина Литвякова, 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Халиҡова, Воскресенский коррекция мәктәп-интернаты физкультура уҡытыусыһы Евгений Воскресенский, 9-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Фәүриә Ғәлиева, 1-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Марина Аҫылғужина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: