ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 11:59

Белем иленә атлайбыҙ

Мәғариф ойошмалары яңы уҡыу йылына ишектәрен асты

Белем көнө айҡанлы район-ҡала мәктәптәрендә, һөнәри белем биреү учреждениеларында тантаналы саралар үтте. 3 мең студент һәм 10 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырҙы. Шуның 1150-һе өсөн беренсе ҡыңғырау яңғыраны.
1-се гимназияла яңы уҡыу йылы башланыуға арналған линейка айырыуса тантаналы шарттарҙа үтте. Белем усағы быйыл илле бишенсе тапҡыр балалар ҡабул итте, гимназия статусын алыуға егерме биш йыл тулды. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотлау сығышында педагогия коллективының йәш быуынға яҡшы белем һәм тәрбиә биреүен билдәләне.
Директор Александр Шадрин мәктәп күркәм юбилейын юғары күрһәткестәр менән ҡаршы алыуы тураһында сығыш яһаны. Белем сифаты, йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре, олимпиада, конкурстар күрһәткестәре буйынса иң алдынғыларҙан һанала. Үткән уҡыу йылын 133 бала тик “бишле”гә тамамланы. Сығарылыш уҡыусыларының 6-һы айырым уңыштары өсөн “алтын” миҙалға лайыҡ булды.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 71-се һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғына Таисия Воробьева һәм Вәкил Иманғолов эйә булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: