ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Сентябрь 2018, 14:32

Бөтә яҡлап өлгө булайыҡ

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы майҙансығында Башҡортостан пионерҙарының тыуған көнөнә арналған тантаналы линейка үтте.

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы майҙансығында Башҡортостан пионерҙарының тыуған көнөнә арналған тантаналы линейка үтте. Йәш быуынды иҫтәлекле ваҡиға менән мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы Жанна Ғәйетҡолова, республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге етәксеһе Гүзәл Шәрипова ҡотланы.
- 28 йылда ойошма күп үҙгәреш кисерҙе. Бөгөнгө пионерҙар йәмғиәте беҙҙең өләсәй, олатайҙар осоронан ныҡ айырыла, әлбиттә. Әммә уның маҡсаты бер: белем алырға ынтылырға, сәләмәт тормош алып барырға, бөтә яҡлап та өлгө күрһәтергә һәм файҙалы эштәр менән булырға, - тине балалар йәмәғәт ойошмаһы методисы Юлия Воробьева.
Линейкала пионерҙар салют бирҙе, һуңынан командаларға бүленеп, төрлө маршрут буйынса үтте. Унда үҙҙәренең зирәклегенә, белеменә, ижади һәләтенә һәм төрлө сифаттарын асыҡлауға һынау тотто. Ҡатнашыусылар байрамдан ыңғай тәьҫораттар һәм файҙалы кәңәштәр алып таралды.
Һүрәттә: пионерҙар изге эштәргә һәр ваҡыт әҙер.

Читайте нас: