ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2018, 13:34

Кескәйҙәр бәхете өсөн

Уҡыу йылы башланғас та 3-сө “Хыял” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә эшләгән һәм башҡорт телен өйрәткән тәрбиәселәрҙең ултырышы үтте.

Уҡыу йылы башланғас та 3-сө “Хыял” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә эшләгән һәм башҡорт телен өйрәткән тәрбиәселәрҙең ултырышы үтте. Унда йыллыҡ эш планы буйынса фекер алыштыҡ. Төп мәсьәлә - балаларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү. Был тәңгәлдә атай-әсәйҙәр ҡатнашлығында төрлө акциялар үткәреү, консультациялар биреү һөҙөмтәле буласаҡ. “Һаҡ булығыҙ - тәҙрә асыҡ!” акцияһы бөгөн бик актуаль. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү мәсьәләһе лә көнүҙәктә.
Ултырышта шулай уҡ тәрбиәселәр кәңәштәрен, тәҡдимдәрен индерҙе. Башҡорт телендә күберәк аралашырға, кескәйҙәрҙә үҙ теленә һөйөү тәрбиәләргә, атай-әсәйҙәрҙе учреждение тормошона әүҙем йәлеп итергә тигән уртаҡ фекергә килдек. Берҙәм эшләгәндә генә юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Быны беҙ үҙ тәжрибәбеҙҙән беләбеҙ. Балалар баҡсалары араһында үткәрелгән “Әкиәт йомғағы”, “Күңелле йәйғор” кеүек саралар ҙа шуны дәлилләй.
Яңы уҡыу йылында бөтә тәрбиәселәргә уңыштар теләп, яҡынлашып килгән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым.
Лира БИКБАЕВА.
Читайте нас: