Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Сентябрь 2018, 18:49

Янып эшләгәндә генә һөҙөмтә була

Хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен уңышлы дауам иткәндәр байтаҡ арабыҙҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре - бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа лайыҡлы йәшәү маҡсаты менән, икенселәре үҙен әүҙем тормошһоҙ күҙ алдына килтерә алмағандан һөнәри эшмәкәрлеген ташламай.

Хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен уңышлы дауам иткәндәр байтаҡ арабыҙҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре - бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа лайыҡлы йәшәү маҡсаты менән, икенселәре үҙен әүҙем тормошһоҙ күҙ алдына килтерә алмағандан һөнәри эшмәкәрлеген ташламай.
Етенсе тиҫтәһен артмаҡлаған Хәлиҙә Садиҡова һуңғыһына ҡарай. Ул Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы асылғандан алып башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта. Бынан бер нисә йыл элек дилбегәне йәштәргә тапшырырға тура килә уға, әммә оҙаҡҡа түгел. Ни бары ике йыл ғына ял итеп өлгөрә: декрет ялына киткән йәш хеҙмәттәше урынына саҡырғас, яратҡан гимназияһына ашҡынып, ҡанатланып бара ул.
Хәлиҙә Зиннәтулла ҡыҙының дөйөм педагогия стажы - ярты быуаттан ашыу. Йәш быуынға оҙайлы йылдар белем һәм тәрбиә биреүҙә фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең дөйөм белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре” исемдәре, ғилем донъяһына алып ингән бер нисә быуын рәхмәтле уҡыусылары, һағынып хәтерләрлек сағыу, тырыш һәм данлы хеҙмәт йылдары бар.
Һүрәттә: Рәсәйҙең дөйөм белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре Хәлиҙә Садиҡова.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 77-се һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: