Йәш быуын халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынһын, өйрәнһен, ғорурланһын өсөн яратҡан уҡытыусылары бөтә тырышлығын һала.
Айһылыу Ишбаева дәресендә документаль фильмдарҙы, Интернет ресурстарын, электрон дәреслектәрҙе, компьютер программаларын оҫта ҡуллана. Мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүен, белем сифатын, эш һөҙөмтәлелеген күтәреүен яҡшы белә ул. Шуға ла уның дәрестәре төрө, йөкмәткеһе менән бер-береһенә оҡшамаған. Балаларҙың йәш һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, класта дуҫлыҡ мөхите булдыра белә.