Конгэк
+29 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 13:46
Тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт
Хөрмәтле уҡытыусылар! Һайлаған һөнәрегеҙ бик яуаплы, сөнки һеҙҙең хеҙмәтегеҙ меңәрләгән уҡыусының яҙмышында, район-ҡаланы, республиканы, илебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
Йыл һайын октябрь башында ғүмерен илебеҙ киләсәгенә арнаған һөнәр эйәләрен - уҡытыусыларҙы, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын - ҡотлайбыҙ.
Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә педагог роле баһалап бөткөһөҙ. Яҡшы уҡытыусы биргән һабаҡ бер ҡасан да онотолмай, йыш ҡына ул кешегә тормош юлын табырға булышлыҡ итә. Ул - остаз, изге күңелле, аҡыллы һәм бөтә яҡлап өлгөлө дуҫ.
Педагогтарҙың һөнәрилеге бөгөн яңы алымдарға бәйле, әммә иң яҡшы компьютер ҙа уларҙың оҫталығын, талантын алмаштыра алмай. Район-ҡалала 1300-ҙән ашыу уҡытыусы йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә эшләй. Шуның өстән бер өлөшө юғары квалификациялы, 400-ҙән ашыуы дәүләт һәм Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының наградалары менән бүләкләнгән.
Алик САТЛЫҠОВ, мәғариф идаралығы начальнигы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 79-сы һанында уҡығыҙ.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты