ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2018, 12:04

Уҡытыусы хеҙмәте юғары баһаланды

Район-ҡала педагогтары Уҡытыусылар көнөн киң билдәләне.

Был көндә ҡала мәҙәниәт һарайы тамаша залына үҙен балаларға белем биреүгә арнаған һөнәр оҫталары йыйылды. Улар араһында бер нисә быуын уҡыусылар тәрбиәләгән педагогия хеҙмәте ветерандары ла, йәш белгестәр ҙә бар ине. Мәғлүм булыуынса, районда яңыса белем биреү технологияларын оҫта ҡулланған, уҡытыу сифатын күтәреү өҫтөндә эшләгән 1300-ҙән ашыу мәғариф хеҙмәткәре иҫәпләнә.
Тантаналы сараға килгәндәрҙе район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тәбрикләп, уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтен билдәләне.
- Һеҙҙең хеҙмәт меңәрләгән уҡыусының яҙмышында ғына түгел, ә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә лә сағыла. Шуға ла республикала белем биреү системаһын үҫтереүгә, педагогия һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән маҡсатлы эш алып барыла, - тине Рөстәм Наил улы.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов та үҙенең сығышында йәш быуынды тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә уҡытыусы роле баһалап бөткөһөҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: