ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Октябрь 2018, 11:05

Яратҡан эш һөҙөмтәле

Ижади эшләгән уҡытыусының хеҙмәте юғары баһаланды

Беренсе уҡытыусы... Ул баланы башлап белем юлына алып сыға, тәүге аҙым яһағанда терәк була, ғәм һала, дәрт-сәм бирә. Фәнзиә Ханнанова бар ғүмерен балаларға бағышлай. 34 йыл эш дәүерендә күпме баланы яҙырға, хәреф танырға, уҡырға өйрәтә ул. Уның уҡыусылары төрлө тарафтарҙа йәшәй, төрлө өлкәләрҙә эшләй. Тик уларҙың барыһының да беренсе тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫыуҙары, тәүге уҡытыусылары хәтерендә.
Ваҡытында ауылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булыу хыялы уны Салауат педагогия училищеһына алып килә. Диплом алғас, йәш белгес Арыҫлан башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан белемгә ынтылышлы ҡыҙ ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары белем ала һәм эшен Әбет башланғыс мәктәбендә дауам итә. Бында ла һынатмай, уҡыусылар менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Әлеге ваҡытта Фәнзиә Хәйҙәр ҡыҙы Үрге Юлдаш мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Уҡыусылары төрлө район, төбәк, республика олимпиада, конкурс, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Алһыу Халиҡова - урыҫ теленән район олимпиадаһында беренсе, “Аҡмулла олимпиадаһы”нда музыканан өсөнсө, Әлфинә Үркенбаева башҡорт теленән өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Гагарин кубогы” республика олимпиадаһында ла һынатманылар: Азалия Асҡарова физкультуранан, Гөлсирен Әбделғужина информатиканан, Алһыу Туҡтамышева урыҫ теленән призлы урын яуланы. Йыл һайын уҙғарылған “Республикама дан йырлайым” муниципаль конкурсында ла ҡатнашмай ҡалмайҙар. Үткән уҡыу йылында ҡыҙҙар, республика интернет-конкурсында еңеп, баш ҡалабыҙ Өфөнөң иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылыу, бүләк алыу бәхетенә иреште.
Фәнзиә Ханнанова заман менән бергә атлай: уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы технологиялар, алдынғы алымдарҙы уңышлы ҡуллана. Балалар менән фәнни-тикшеренеү эше алып бара. Ерле материалды файҙаланып, йәш быуында тыуған яҡҡа, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ уҡыусыларының ижади һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә, йыш ҡына ауыл мәҙәниәт йортоноң сәхнәһендә сығыштары менән ауылдаштарын һөйөндөрә улар. Балаларҙы милли рухта тәрбиәләү ҙә - уҡытыусының тәүмаҡсаттарының береһе. Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы нигеҙендә мәктәп яны лагерында “Сулпан” башҡорт мәҙәниәте сменаһы ойошторҙо. Бында уҡыусылар халҡыбыҙҙың ижады менән танышты, йыр-бейеүҙәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнде.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: