ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ноябрь 2018, 14:59

Ғилми асыштар донъяһында

Ҡаланың күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусылары һәм студенттары Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Ҡаланың күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусылары һәм студенттары Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
“Йәш һөнәрмәндәр” IV төбәк чемпионатында уҡытыусы, мәктәп уҡыусыһы, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Конференцияның төп маҡсаты - уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү, карьера төҙөү перспективаларын, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшенең стимулын, фән менән ҡыҙыҡһынған талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм хуплау, фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу ине.
Шулай уҡ WorldSkills Russia Juniors чемпионатының һайлап алыу туры үтте. Был тиҙ үҙгәреүсән илдә йәштәргә һөнәрҙе дөрөҫ һайлау, профессиональ берләшмә вәкилдәре менән аралашыу, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарау мөмкинлеге бирҙе.
Фойела колледждың бөтә төр һөнәр йүнәлеше буйынса күргәҙмә урынлаштырылды, мохито, һөттән коктейль, туңдырма эшләү буйынса оҫталыҡ-дәрестәре күрһәтелде, секциялар эшләне.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 88-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: