Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2018, 14:21

Тарихты белеүҙәрен иҫбатланылар

6 лицейҙа “Беҙ йәшәгән төбәк” темаһына тарихи квест, йәғни интеллектуаль уйын ойошторолдо. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

6 лицейҙа ҡала мәктәптәренең 5-6 класс уҡыусыларынан 9 команда ҡатнашты. Улар республика халыҡтарының традициялары, мәҙәниәте, тарихы, мәҙәниәте буйынса белемен күрһәтте. Балалар шулай уҡ Мәләүез һәм тыуған төйәк тураһында шиғырҙар уҡыны.
Бынан тыш, командалар башҡорт халҡының торлағы, милли кейеме, ризығы, һабантуй байрамы, шәжәрәһе тураһында проекттарын яҡланы. Уларҙың бөтәһе лә райондың мәғариф музейына тапшырылды.
Сара йомғаҡтары буйынса 6-сы лицей уҡыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды, икенсе-өсөнсө урындарға 1-се һәм 3-сө гимназиялар сыҡты. Ҡалған командалар төрлө номинацияла дипломдар алды.
Читайте нас: