Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2018, 14:00

Рәсәйҙә туған телдәрҙе һаҡлау фонды

Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырыла

26 октябрҙә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм был документ ҡул ҡуйылған көндән үк үҙ көсөнә инде.

- Указда, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары туған теле Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тип әйтелгән. Президенттың был ҡарары илдең этник, мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы ваҡытта федераль кимәлдә был йәһәттән күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, августа Владимир Путин уҡыусыларҙың мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса хоҡуғын яҡлау тураһында законға ҡул ҡуйғайны, ул төбәктәрҙә хуплау тапты.

Материалдың тулы вариантын гәзтиттең 91-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: