ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар 2019, 00:30

Алда тағы ла мөһимерәк эштәр көтә

Йыл аҙағы яҡынлашҡанда, ғәҙәттә, уҙып барғанына йомғаҡ яһала, киләһе йылға маҡсаттар ҡуйыла. Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжында ла быйыл бик күп эштәр башҡарылды.

Йыл аҙағы яҡынлашҡанда, ғәҙәттә, уҙып барғанына йомғаҡ яһала, киләһе йылға маҡсаттар ҡуйыла. Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжында ла быйыл бик күп эштәр башҡарылды. Уҡыу йорто директоры Рита Сәмиғуллина етәкселек итеүҙең тәүге көндәренән үк һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн үҙгәрештәр индереүҙе, уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуйҙы.
Йыл дауамында колледжда байтаҡ эштәр башҡарылды. Төп корпуста һәм студенттар ятағында ҡыйыҡтар ябылды. Ашхана капиталь ремонттан һуң заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырылды. Коридор һәм уҡыу кабинеттары яңы төҫ алды: унда тәҙрәләр алмаштырылды, стена һәм иҙәндәр яңыртылды. Дөйөм ятаҡта ла бүлмәләргә тулы ремонт үткәрелде.
Уҡыу йортонда хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында ингән урындарҙа турникеттар урынлаштырылды, өҫтәмә күҙәтеү камералары барлыҡҡа килде.
Колледждың Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһында һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан филиалдарында ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур үҙгәрештәргә өлгәшелде. Ундағы уҡыу корпустарының һәм уҡыусылар йәшәгән ятаҡтарҙың ҡыйыҡтары ябылды, йыуыныу бүлмәләре ремонтланды.
Уҡыу йортоноң ярҙамсы хужалыҡтарында ла ыңғай уҙгәрештәр күҙәтелә. Иген һәм көнбағыш культуралары орлоҡтары юғары сортлыларға алмаштырылып, мул уңыш йыйып алынды, ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләнде. “Киләһе йылға ла пландар күп, башҡараһы эштәр етерлек әле. Иң мөһиме - белем усағы исемен аҡларға тейеш: эшләүселәр һәм уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - ти Рита Мәҙәрик ҡыҙы һәм, юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшер өсөн төрлө юлдар, ысулдар эҙләп таба. Кеше мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйған етәксе киләсәктә лә, ҙур уңыштарға ирешеп, яңынан-яңы үрҙәр яулар әле.
Читайте нас: