ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2019, 17:40

Ниндәй температурала балалар мәктәпкә бармай һәм дәрестәр булмай - Мәғариф министрлығы

Башҡортостанда көслө һыуыҡтар осоронда дәрестәрҙе үткәрмәү тураһында ҡарарҙы, климатты, ағымдағы һауа шарттарын һәм уҡыусыларҙың грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәлен иҫәпкә алып, һәр мәктәп үҙаллы ҡабул итә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең Мәғариф министрлығында.

Шул уҡ ваҡытта баланы дөйөм белем биреү мәктәбенә ебәреү-ебәрмәү ата-әсәнән (законлы вәкилдәрҙән) тора.
Ләкин мәктәп теләһә ниндәй температурала эшләргә тейеш, тип белдерҙеләр ведомствола.
Санитар нормаларға ярашлы, ауыл мәктәптәрендә башланғыс кластарға — 23 градус, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һалҡында дәрестәр булмай. Ауыл ерендә 5-9 класс уҡыусыларына — һауа температураһы 25 градустан түбән булһа, ә ҡалала 27 градус һыуыҡта уҡырға бармаҫҡа мөмкин. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары — 30 градус, ә ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта.
Читайте нас: