ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2019, 13:09

Бөтә Рәсәй студенттар көнө

Бар яҡлап та өлгөр Зилиә Буранғолова һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла.

Бар яҡлап та өлгөр Зилиә Буранғолова һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла.
Иштуған мәктәбен тамамлағас, ул Салауат педагогия колледжында уҡыуын дауам итә. Инглиз теле белгесе була. Хәҙерге заманда психолог булыуы бер кемгә лә ҡамасауламай. Зирәк ҡыҙ был һөнәрҙе лә уңышлы үҙләштерә.
Бынан тыш, ул бейеү түңәрәгенә лә йөрөй, сәхнәлә өҙә баҫып бейеүе менән айырылып тора. Спорт менән шөғөлләнә.
Бөгөн Зилиә Буранғолова Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетында магистратурала уҡый һәм эшләй. Төрлө яҡтан да килгән, үҙ өҫтөндә күп эшләгән, тырыш һәм һәләтле студент ҡыҙға уңыштар ғына теләйек!
Һүрәттә: Зилиә Буранғолова.
Читайте нас: