ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2019, 13:30

Ҡотош балалар баҡсаһы

“2021 йылдың аҙағынаса кескәйҙәр өсөн ясля мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү зарур. 200 меңдән ашыу урын булдырыу мотлаҡ”.РФ Президенты В.В.Путин Мөрәжәғәтнамәһенән.

“2021 йылдың аҙағынаса кескәйҙәр өсөн ясля мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү зарур. 200 меңдән ашыу урын булдырыу мотлаҡ”.

РФ Президенты В.В.Путин Мөрәжәғәтнамәһенән.
Үткән аҙнала учреждение капиталь ремонттан һуң тантаналы шарттарҙа асылды

Иҫтәлекле ваҡиғала район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, атай-әсәйҙәр ҡатнашты.

“Миләшкәй” балалар баҡсаһы төҙөлөүгә былтыр 50 йыл тулды. Юбилей айҡанлы уны ремонтлауға район бюджетынан аҡса бүленде. Стеналар тигеҙләнде, ишектәр, йылытыу системаһы, иҙән, ҡыйыҡ яңыртылды, бөтә тәҙрәләр пластикка алмаштырылды. Заманса төҙөкләндерелгән бинаға мәғариф идаралығы өҫтәл, ултырғыс, шкафтар бүләк иткән. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға кухня ҡорамалдары алынған.

Бөгөн төҙөкләндерелгән балалар баҡсаһына Айтуған, Моҡас һәм Ҡотош ауылдарынан 42 бала йөрөй.

- Биләмәне төҙөкләндереүгә лә аҡса бүленде. Көндәр йылынғас, кәртәләрҙе алмаштырасаҡбыҙ, - ти учреждение етәксеһе Айгөл Ишмөхәмәтова. - Кескәйҙәрҙе үҫтереүгә, тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн бөтә атай-әсәйҙәр һәм педагогия коллективы исеменән район Хакимиәтенә, мәғариф идаралығына һәм ремонт эшләгән ойошмаларға рәхмәт белдерәм. Яңыртылған бинаға балалар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә ҙур теләк менән килеүен күреү оло кинәнес бирә.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Һүрәттә: төҙөкләндерелгән балалар баҡсаһын асҡандан һуң район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов менән иҫтәлеккә фото.

Гүзәл ИШКИНИНА фотоһы.
Читайте нас: