ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май 2019, 16:43

Һау бул, мәктәп!

Иртәгә һәр белем йорто сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата: улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай.

Иртәгә һәр белем йорто сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата: улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Смаҡ ауылының Динис Бүләков исемендәге урта дөйөм белем биреү дөйөм мәктәбе оло тормош киңлектәренә ун биш 9-сы, 11-се класс уҡыусыһын оҙата. Шулар иҫәбендә - мәктәптең данын күтәреүселәр Азамат Суҡбаев, Айтуған Таштимеров, Иҙел Шәйәхмәтов, Әлфинә Йыһаншина, Венера Байгилдина, Дилә Ғүмәрова ла бар(һүрәттә). Уҡырға маһир, спортсы, мәҙәниәт һөйөүсе уҡыусылар өсөн мәктәп тормошо һәр ваҡыт йылы, наҙлы хистәр, яҡты көндәр булып күңелдәрендә ҡалыр. Нисә йылдар бергә уҡыған класташтарҙан, яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыларҙан айырылыу ауыр кисерелһә лә, йырҙағыса, алда уларҙы заман имтиханы, һынауҙар көтә. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙҙәренә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерҙәр тигән теләктәр теләйһе килә.
Һүрәттә: ҡоштар ҙа бер шулай таралалар, һау бул инде тыуған оябыҙ!
Автор фотоһы.
Читайте нас: