ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2019, 13:41

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Сығарылыш уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырауға арналған тантаналар үтте

  • Сығарылыш уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырауға арналған тантаналар үтте
    Быйыл район-ҡала мәктәптәрен 370 11-се класс уҡыусыһы тамамланы. Ун бер йылға һуҙылған марафондың финишына килеп етте улар. Оло тормош алдында торған йәштәр өсөн был көн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Тыуған мәктәптән, дуҫтарҙан, яратҡан уҡытыусыларҙан айырылыуы еңелдәрҙән түгел шул.
    4-се мәктәпте тамамлаған 51 сығарылыш уҡыусыһының һәр береһенең сығышында һағышлы нотаны ишетергә мөмкин ине. Улар Белем иленә сабыр ғына оҙатып барған намыҫлы, ғәҙел, талапсан һәм изге күңелле беренсе уҡытыусыларына, мәктәп хакимиәтенә, класс етәкселәренә, атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтте.
    Йәштәрҙе район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тәбрикләне. Был белем биреү учреждениеһының районда иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе булыуын, унда хәрби-илһөйәрлек тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Ҡотлау һүҙҙәре менән мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова, ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов һәм башҡалар сығыш яһаны. Һуңғы ҡыңғырауҙы сығарылыш уҡыусыһы Вадим Яҡупов һәм 1-се кластан Даша Федосеева бирҙе. Уның сыңлауы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең күңелен зәңгәр офоҡтарҙа әйҙәне. Мәктәптәрҙәге һуңғы ҡыңғырау Үҙәк майҙанда дөйөм мәктәп вальсы менән тамамланды.
    Лена АБДРАХМАНОВА.




Читайте нас: