ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июнь 2019, 20:15

Күп профилле һөнәри колледж еңде

Күптән түгел “Комсомольская правда” гәзитенең матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың алдынғы белем биреү учреждениелары вәкилдәре йыйылды. Унда тауыш биреү юлы менән үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Күптән түгел “Комсомольская правда” гәзитенең матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың алдынғы белем биреү учреждениелары вәкилдәре йыйылды. Унда тауыш биреү юлы менән үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Өс ай дауамында “Комсомолка” уҡыусылар республиканың иң яҡшы университетын, институтын, техникумын, колледждарын һайланы. Быйыл унда 70 уҡыу йорто ҡатнашты. Сара февралдә башланды һәм апрель аҙағында тамамланды. Ошо дәүерҙә үҙенең яратҡан белем биреү учреждениеһы өсөн республиканан 6177416 кеше тауыш бирҙе. “Иң яҡшы һөнәри колледж” номинацияһында бөтәһе 40 уҡыу йорто көс һынашты. Һөҙөмтәлә беҙҙең күп профилле колледж еңеп сыҡты!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Читайте нас: