ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь 2019, 14:25

Каникулды - “Йәйләү”ҙә!

Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе лагеры быйыл үҙенең эшен билдәле йәмәғәт эшмәкәре, журналист Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса ойоштороуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе лагеры быйыл үҙенең эшен билдәле йәмәғәт эшмәкәре, журналист Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса ойоштороуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Көндөҙгө ял лагерын асыу тантанаһында беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Барғас та шул иғтибарға салынды: “Йәйләү”ҙең эше тик мәктәп коллективы һәм балалар ғына түгел, ә атай-әсәйҙәр, йәмәғәт ойошмалары өсөн дә бик мөһим ине. Ғөмүмән, был тораҡ пункты төрлө кимәлдә үткән сараларға бөтә ауыл халҡы йәлеп ителеүе менән айырыла. Мәҫәлән, мәктәп биләмәһендәге тирмәне белем усағына эшҡыуар Самат Мәҡсүтов бүләк иткән. Уның биләмәһен, эсен биҙәүҙә смаҡтар күмәкләп ҡатнашҡан. Башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәр, балаҫ-келәмдәрҙе ағинәйҙәр ойошмаһы алып килгән. Рәис Шәрипов эшләгән ат арбаһын балалары килтергән. Сана - Сабирйән Ишбаевтыҡы. Ә сбруй-ыңғырсаҡтарҙы Исламғолдан Салауат Салауатов биргән.

“Йәйләү” лагеры асылыу ҙа ауыл халҡы өсөн оло ваҡиғаға әүерелде. Мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов билдәләүенсә, унда балаларҙы туған мөхитендә тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Башҡа лагерҙарҙа кеүек улар отрядтарға түгел, тамъян, ҡыпсаҡ һәм юрматы ырыуҙарына бүленә. Һәр береһенең үҙенең атрибуттары бар.

Материалдың тулы вариантын киләһе һанда уҡырһығыҙ.
Читайте нас: