ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль 2019, 18:25

Бер телдән дә телем кәм түгел!

«Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүлектән, эшләй белмәүҙән. Бөгөн күп кенә балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер.

«Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүлектән, эшләй белмәүҙән. Бөгөн күп кенә балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында уларға ошо йәһәттән нисек ярҙам итеү тураһында һөйләштек. Башҡорт телен кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Тиҙҙән иҫке, күңелһеҙ методикаларға алмашҡа интерактив формалар, электрон дәреслектәр, коммуникатив технологиялар килер, уҡытыусыларҙы әҙерләү системаһы ла элеккеһенән айырылып торор. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барабыҙ. Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, гранттар тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант үткәрәбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә, театрына, кинематографына, киң мәғлүмәт сараларына әүҙемерәк ярҙам күрһәтербеҙ, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн курстар асырбыҙ. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Быны беҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәҫ!”,- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.
Читайте нас: