ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 13:44

Белем донъяһына юлыбыҙ

Мәктәп - ул татыу бер ғаилә. 1 сентябрҙә уҡытыусы, уҡыусы, атай-әсәйҙәр дөйөм бер маҡсат менән йыйыла. Күңелдәрҙә һөйөнөс, йөҙҙәрҙә шатлыҡлы йылмайыу менән балалар яңы уҡыу йылына аяҡ баҫа. Быйыл район-ҡаланан 1185 бала 1-се класҡа бара.

Әбет ауылы башланғыс мәктәбендә балалар 4-се класҡа тиклем уҡый. Быйыл тағы өс бала беренсе тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫа. Уҡытыусылары Әлфиә Иҫәнова әсәйҙәре кеүек уларҙы тәрбиәләй, белем донъяһына әйҙәй. Мәктәптең быйыл 100 йәшлек юбилейы ла икән. Уҡыусыларға бындай яҡты, таҙа, йылы мәктәптә тырышып уҡырға ғына ҡала.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: беренсе класс уҡыусылары Гөлнәзирә Смаҡова, Рафаэль Арыҫланов, Искәндәр Юлыбаев.
Автор фотоһы.
Читайте нас: