Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 13:33

Ҡыңғырау Белем иленә саҡыра

Ҡыңғырау Белем иленә саҡыраЯңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көн ҡалды. Мәктәпкә бара торған һәр ғаиләлә тантаналы ла, тулҡынландырғыс та мәл. Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Белем көнөнә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да ҡотлай.

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көн ҡалды. Мәктәпкә бара торған һәр ғаиләлә тантаналы ла, тулҡынландырғыс та мәл. Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Белем көнөнә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да ҡотлай.
Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар, атай-әсәйҙәр!
Һеҙҙе яҡынлашып килгән яңы уҡыу йылы һәм Белем көнө менән ҡотлайым!
Быйыл 10 меңдән ашыу уҡыусы, шуның 1185-е - 1-се кластар һәм 3 меңдән ашыу студент парта артына ултыра.
Беҙҙең республикала мәғариф системаһын үҫтереү социаль-иҡтисади сәйәсәттең иң төп өҫтөнлөктәренең береһе иҫәпләнә. Был өлкәнең уңышлылығы нигеҙҙә республика бюджетының социаль йүнәлешле булыуына бәйле. Ошондай уҡ күренеш беҙҙең районда ла күҙәтелә. Бюджеттың яртыһынан күбеһе белем биреү тармағына йүнәлтелә.
Төбәктең педагогия берләшмәһе ҡеүәтле ижтимағи-сәйәси көс булып тора. Һеҙ төрлө кимәлдәге сәйәси, социаль әһәмиәтле һәм күләмле мәҙәни сараларҙа ҡатнашаһығыҙ. Район Хакимиәте һеҙҙең фиҙаҡәрлекте юғары баһалай һәм рәхмәт белдерә.
Педагогия коллективтарына ижади хеҙмәт, йәш быуынды тәрбиәләү эшендә уңыштар юлдаш булһын! Уҡыусыларға яңы уҡыу йылында тырышлыҡ, әүҙемлек, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүҙәр, һаулыҡ, именлек, маҡсаттарҙың бойомға ашыуын теләйем!
Читайте нас: