ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь 2019, 14:18

9-сы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары онлайн-дәрес бирәсәк

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курс башлана. Баш.easy порталында виртуаль башҡорт теле кабинеты булдырылған.

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курс башлана. Баш.easy порталында виртуаль башҡорт теле кабинеты булдырылған. Унда онлайн-дәрестәр: аудио һәм видеочаттар, өйрәтеүсе контент урынлаштырылған. Дәрестәрҙе республика мәктәптәренең алдынғы башҡорт теле уҡытыусылары алып бара. Бөтәһе 34 дәрес үткәреү күҙаллана. Улар 2019 йылдың 15 сентябренән 2020 йылдың 31 майына тиклем һәр йәкшәмбе ойошторола. Теләге булғандар өсөн интернет һәм стационар компьютер йәки кеҫә телефоны ғына кәрәк.

Был сарала Мәләүез районы һәм ҡалаһынан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы ла ҡатнаша. Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләлә Рафиҡова әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Башҡортостан музейҙары” темаһына онлайн-дәрес бирәсәк.


Онлайн-дәрестәр «Туған тел илселәре» республика акцияһы барышында башлана. Проектты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге иғлан иткән. Ул туған башҡорт телен, телмәрен өйрәнергә, Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт белергә, башҡортса әҫәрҙәр уҡырға, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышырға теләгәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.


Башҡорт телен өйрәнергә һәм акцияла ҡатнашырға теләгәндәргә https://www.basheasy.com/ адресы буйынса инеп теркәлергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 216-36-35, электрон почта: [email protected].
Читайте нас: