ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь 2019, 16:22

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ауыл мәктәптәрендә үҙәктәр асыла

“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәре базаһында һанлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә белем биреү үҙәктәре төҙөләсәк. 2024 йылда уларҙа 350 мең бала шөғөлләнеүе күҙаллана.

“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәре базаһында һанлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә белем биреү үҙәктәре төҙөләсәк. 2024 йылда уларҙа 350 мең бала шөғөлләнеүе күҙаллана.

Быйыл 133 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асыла, уларҙы финанслауға 212 миллион һум тотонолдо. Бынан тыш, милли проектты тормошҡа ашырыу технология фәне буйынса уҡытыу алымдарын камиллаштырыу, матди базаны яңыртыуға булышлыҡ итәсәк. “Кванториум” балалар технопаркында вуз һәм һөнәри училищелар уҡытыусыларына квалификация күтәреү мөмкинлеге буласаҡ.

“Заман мәктәбе” федераль проектына ярашлы беҙҙең районда тиҙҙән өс ауыл мәктәбендә, атап әйткәндә, Первомайҙа, Һарышта һәм Ергәндә “Үҫеш нөктәһе” тип аталған белем биреү үҙәге асыла. Әлеге ваҡытта уларҙың өсөһөндә лә әҙерлек эштәре тамамлана.

Проектҡа ярашлы, технология, йәғни хеҙмәт дәресе, информатика һәм хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре фәндәрен уҡытыу методикаһы камиллаштырыла, кабинеттар яңыса уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырыла.

Һарыш урта мәктәбендә проекттар эшләү һәм технология фәне буйынса ике уҡыу кабинетында капиталь ремонт үткән һәм проект сиктәрендә йыһазландырылған. Парталар, ултырғыстар алмаштырылған, медиа һәм шахмат зонаһы булдырылған. Директор урынбаҫары Зинира Латипова әйтеүенсә, “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ауыл мәктәптәре уҡыусыларына өҫтәмә белем алыу һәм ижади эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Читайте нас: