ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Сентябрь 2019, 19:43

Проекттар ғәмәлгә ашырыла

Уҙған аҙнала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде.

Уҙған аҙнала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде.
Депутаттың эш маршруты район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән берлектә Александровка урта мәктәбенән башланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһының “Балалар спорты” федераль проекты сиктәрендә спорт залға капиталь ремонт яһалды. Яҡты, иркен залда балаларға бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ҡунаҡтарҙы мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, мәктәп директоры Радик Иҫәнбаев, мөдире Татьяна Елистратова, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡаршы алды. Ошо матур ваҡиға менән тәбрикләп, Зариф Закир улы изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләккә туп тапшырҙы. Рөстәм Наил улы ла уҡыусыларҙы яңы спорт залы асылыу менән ҡотланы. Балалар әҙерләгән сығыштарҙан һуң күңелле старт башланды.
Шулай уҡ ҡаланың 6-сы лицейында һайлаусылар теләген тормошҡа ашырыу маҡсатында“Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса бүлмә булдырылды. Ҡунаҡтар өсөн башланғыс класс уҡыусылары юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы тамаша әҙерләгәйне. “Был бүлмә һеҙгә бәләкәйҙән юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү маҡсатында булдырылды. Үҙегеҙҙең кескәй туғандарығыҙҙы ла өйрәтегеҙ”, - тине Зариф Закир улы балаларға төрлө миҫалдар килтереп. Уҡыусылар рәхмәт әйтеп, уға бүләк тапшырҙы.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров мәктәпкә бүләккә туп тапшырҙы.
Автор фотолары.
Читайте нас: