Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2019, 18:20

Яңы үҙәк яңы мөмкинлектәр аса

Республикала "Мәғариф" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыу планлаштырыла.

Республикала "Мәғариф" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыу планлаштырыла. 2024 йылға тиклем республикала уларҙың һанын 798 - гә еткереү ҡаралған.

Бындай үҙәктәр ауыл ерендәге һәм ҡалаларҙағы белем биреү ойошмалары нигеҙендә буласаҡ һәм унда 350 мең самаһы бала йәлеп ителәсәк.

Ил мәғарифын глобаль конкуренцияға һәләтле булыуын тәьмин итеү, Рәсәйҙе дөйөм белем биреү сифаты буйынса тәүге 10 ил араһына индереү - проекттың төп маҡсаты.

"Заманса мәктәп" проектына ярашлы, теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатынан, ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа "Технология" һәм башҡа фәндәрҙең йөкмәткеһен һәм уҡытыу алымдарын, матди-техник базаһын яңыртыу планға индерелгән.

Проект "Кванториум" технопаркы, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары, иҡтисад секторы предприятиелары базаһында уҡытыусыларҙың, шулай уҡ уҡытыу сифатын баһалау өлкәһендәге педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүҙе лә үҙ эсенә алған.

Федераль проектҡа ярашлы, районыбыҙҙың Ергән, Первомай һәм Һарыш мәктәптәрендә лә "Үҫеш нөктәһе" тип аталған белем биреү үҙәктәре асылды.

Ергән мәктәбендә үҙәкте асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы ҡотланы, уларға артабанғы эштәрендә һәм уҡыуҙарында уңыштар, яңынан-яңы бейеклектәр теләне.

Район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов артабан да уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыласағы һәм киләсәктә бындай үҙәктәрҙең райондың башҡа мәктәптәрендә лә асыласағы хаҡында белдерҙе.

Мәктәп директоры Лилиә Әхтәмова республика һәм район етәкселегенә ауыл мәктәбен үҫтереүгә иғтибар биргән өсөн рәхмәтен еткерҙе, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға изге теләктәрен юлланы.

Яңыса уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинеттарҙа хәүефһеҙ тормош, информатика һәм хеҙмәт дәрестәре яңыса уҡытыла башлаясаҡ. Бында медиа һәм каворкинг зоналары булдырылған. Һуңғыһында уҡыусылар дәрестәрҙән һуң ижад менән шөғөлләнәсәк, шахмат уйнаясаҡ. Аудио һәм видеомонтаж, тыуған яҡты өйрәнеү, туризм буйынса ла түңәрәктәр асыла. Робот техникаһы менән ҡыҙыҡһынғандарға лего - конструкторҙар, 3 D принтерҙар, шлемдар, медиа зона өсөн заманса фотоаппарат, планшет, микрофондар һатып алынған. Хәүефһеҙ тормош, информатика һәм хеҙмәт дәрестәре үҙәктәрендә эшләүсе педагогтар Мәскәү һәм Екатеринбург ҡалаларында ситтән тороп белемен камиллаштырған, махсус курстар үткән.

Уҡыусыларға өҫтәмә белем һәм ижади мөмкинлектәр асҡан "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре райондың башҡа мәктәптәрендә лә асыласаҡ.
Читайте нас: