ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2019, 18:18

Һеҙ ҙә уларҙы беләһегеҙ...

Республика көнө айҡанлы район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында йыл һайын иншалар конкурсы үткәрелә.

Республика көнө айҡанлы район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында йыл һайын иншалар конкурсы үткәрелә. Унда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Быйыл да был мәртәбәле сарала үҙен һынаусылар күп булды. Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова әйтеүенсә, конкурста 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Беренсе урынды түбәндәге уҡыусылар алды: Искәндәр Әбделғәниев (уҡытыусыһы М.Т. Торомтаева), Илүзә Көҫәпова (М.Д. Яманһарина), Әлиә Ғәббәсова (М.И. Йомаева), Илина Яманаева (Ф.Г. Әбдрәшитова), Альбина Исҡужина (Р.Г. Әлимғужина), Таңһылыу Бүләкова (Г.М. Әлеева) һәм Азалия Килсурина (Р.Г. Ниғмәтуллина).

Балаларҙың бындай конкурстарҙан ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнашыуы –ҡыуаныслы хәл. Ошо ижади эштәре һәм уңыштары менән Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә улар.
Сөмбөл ДАУЫТОВА.
Читайте нас: