ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ноябрь 2019, 18:52

Уҡыу урындары вакансиялары йәрминкәһе

Сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханына ниндәй фәнде, уҡыу йортон һайлауҙы әле үк уйлана башланы. Тормош шундай тиҙ үҙгәрә, әле генә бик кәрәкле һаналған һөнәрҙәргә иртәгә хеҙмәт баҙарында талап булмауы ла ихтимал. Шуға күрә бөгөнгө сығарылыш уҡыусыларына ниндәй һөнәр һайларға? Ниндәй уҡыу йорттары абруйлыраҡ һәм, ғөмүмән, ҡайҙа ниндәй белгестәр әҙерләнә?

Уҙған аҙна ҡала мәҙәниәт һарайында үткән уҡыу урындары вакансиялары йәрминкәһендә үҫмерҙәр шул һорауҙарға яуап эҙләне. Унда Күмертау, Мәләүез һәм башҡа яҡын ҡалаларҙан һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәре, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр йыйылды.
Фойела уҡыу йорттары экспозициялары тәҡдим ителде, бай мәғлүмәт туплаған күргәҙмәләр ойошторолдо. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында һөнәрҙәр тураһында презентация күрһәтелде. Сараны асып район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше секторы мөдире Марсель Ибраһимов сығыш яһаны. Артабан залда буласаҡ абитуриенттарға уҡыу йорттары вәкилдәре, студенттар үҙҙәренең мәғариф учреждениеһы менән таныштырҙы.
«Мин 11-се класта уҡыйым. Әле ҡайҙа уҡырға барырға аныҡ ҡына хәл итмәгәнмен. Йәрминкәгә уҡыу йорттары менән ныҡлабыраҡ танышыу өсөн килдем. Бик күп брошюра алдым, өйгә ҡайтҡас, уларҙы ныҡлап өйрәнеп сығырмын», - ти Гүзәл Мөҙәрисова.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә:Башҡортостан идаралыҡ һәм технологиялар институты вәкиле экспозициялары менән таныштырҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: