ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ғинуар 2020, 00:45

Башҡортостан башлығы гранты

Белем биреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында

Белем биреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә Башҡортостан башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ нигеҙендә белем биреү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн 1 миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла. Уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса улар иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү мәктәптәренә тапшырыласаҡ. Бынан тыш, конкурс шарттары раҫлана. Белем усаҡтары күрһәткән мәғариф хеҙмәттәренең һөҙөмтәлелеген баһалау талаптары аныҡланған. Гранттарҙы тапшырыу тәртибен билдәләү республика Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.
Читайте нас: