ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар 2020, 00:43

50-шәр мең һум кемгә тейеш?

Республика Башлығы Указы проекты ҡарала

«Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы Республика Башлығы Указы проекты ҡарала. Башҡортостанда йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн уҡытыусының 50 мең һум алыуы мөмкин.
Бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме уҡытыусының әҙерләгән сығарылыш уҡыусылары һанына бәйле түгел. Түләү, уҡытыусыларҙың бынан алдағы йылдарҙа ошо түләүҙе алыу-алмауына ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә билдәләнә. Премия түләү өсөн аҡса Башҡортостан бюджетынан күсә, тип билдәләнә документта.
Читайте нас: