ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2020, 19:29

Заман һәм кеше

Башҡорт теле - иҫ киткес уникаль тел, уны белгәндәргә донъя телдәрен үҙләштереү ҙә еңел бирелә

Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уларға белем биреүгә бағышлаған, илем, телем тип янып йәшәгәндәр тәрән хөрмәт уята. Мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфара Әлиева башҡорт телен үҫтереүгә бар көсөн һала.
Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы заман менән бергә атлай, эҙләнә, белемен даими үҫтерә, ә конкурс, һынауҙарҙы камиллашыу төрө булараҡ ҡабул итә. 1995 йылда районда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” беренсе муниципаль конкурсында еңеүсе. 2014 йылда төбәк-ара ярышта икенсе урын яулай. Быйыл туған телдәрҙе өйрәтеү тәжрибәһен таратыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсында район кимәлендә еңеп сыҡты. Ә икенсе этабында Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән йыйылған 30 конкурсант араһында “Туған телдәрҙе уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм практика” номинацияһында өсөнсө урынды яуланы һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы дипломына лайыҡ булды.
Читайте нас: