ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Февраль 2020, 19:54

Яратҡан эш йәшәртә

Мәғариф бүлегендә 30 йыл эшләгән Люциә Ғүмәрованан да яҡты нур һибелгәндәй.

Люциә Ғүмәрова Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Благовар районында йүнәлтмә буйынса эш башлай. Һуңынан тыуған ауылы Әтәстә уҡыта. 1980 йылдан Мәләүездә мәғариф бүлегендә эшләй. Ул үҙ юлын таба һәм эшен яратып башҡара.
Люциә Ғүмәрованың тырыш, намыҫлы хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо “Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемдәре һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән баһалана.
Йылдар үтә, хаҡлы ялға китә. Ләкин халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп өйрәнгәс, тынып ҡына ятып буламы - Люциә Ғилметдин ҡыҙы бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Ветеран педагогтар советында бер саранан да ситтә ҡалмай, тиңдәштәрен дә, йәштәрҙе лә сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа өлгө ул, айырыуса йөҙөргә, саңғыла йөрөргә ярата.
Районда билдәле медицина хеҙмәткәре Ринат Ғүмәров менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн Лилиә менән Алһыу - үҙҙәре әсәй. Ә өләсәй дүрт ейән-ейәнсәренә һөйөнөп туя алмай, бергәләп спорт менән шөғөлләнгәндә, аралашҡанда, йәш айырмаһы ла онотола. Йәш сырайлы, асыҡ йөҙлө, шат күңелле Люциә Ғилметдин ҡыҙы һәр ваҡыт изгелеккә ышанып, тормоштан йәм табып йәшәй.
Читайте нас: