ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2020, 14:30

Берҙәм дәүләт имтиханынан һеҙ һаман да ҡурҡаһығыҙмы?

Уны үткәреү процедураларын яҡшы белһәң һәм әлбиттә, әҙерлегең юғары булһа... тулҡынырға кәрәкмәй.

Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов билдәләүенсә, БДИ тапшырыу уҡыусыларға ғына түгел, уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн дә етди һынау. Улар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын биреүҙә балаларынан кәм борсолмай. Имтихандың был төрө, атап әйткәндә, металл рам аша үтеү, видеокүҙәтеү аҫтында эшләү уларҙың хоҡуғын сикләмәйме? Уға нисек әҙерләнергә? Ниндәй кейем, ручка кәрәк-яраҡтары һайларға? Документты дөрөҫ тултырмау ниндәй эҙемтәләргә килтерә?
Атай-әсәйҙәрҙең ошоноң кеүек борсолоулы уйҙарына сик ҡуйыу, һорауҙарына яуап биреү маҡсатында йыл һайын улар өсөн “Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә.
Үткән шәмбелә 1-се гимназияла уҙҙы ошондай сара. Район-ҡаланың һәр мәктәбенән вәкилдәр ҡатнашты. Ҡырҡҡа яҡын атай-әсәй металға тикшереү үтеүҙән башлап, бөтә процедураларҙы үтте һәм математиканан һынау тотто. Эш урындары нисек ойошторолоуын, видеокамераларҙың ҡайҙа урынлашыуын күрҙе. Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова әйтеүенсә, улар аҙаҡтан һәр береһе үҙенең мәктәбендә атай-әсәйҙәр йыйылышында тәьҫораттары менән бүлешәсәк.
Читайте нас: