Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март 2020, 17:05
8-се мәктәптә стоматология кабинеты эшләй башланы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш киң йәйелде. Уға ярашлы, уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу булған республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары булдырыла. Дөйөм алғанда, республикала бөтәһе 61 мәктәптә теш дауалау бүлмәһе эшләйәсәк.

Күптән түгел ҡалабыҙҙың 8-се мәктәбендә стоматология кабинетын асыу тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин, стоматология бүлексәһе баш врачы Тәлғәт Моратов ҡатнашты. Белем биреү учреждениеһы директоры Александр Батов, атай-әсәйҙәр комитеты вәкиле Наталья Антропова заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған теш дауалау бүлмәһен булдырыуға булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты