ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2020, 23:20

Кескәйҙәр туған телен белеүен күрһәтте

Ҡалабыҙҙың 12-се “Бәләкәс” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре һәм башҡорт телен уҡытыу буйынса тәрбиәселәрҙең сираттағы методик берекмәһе үтте. Унда мәғариф идаралығынан Ләйсән Уликанова ҡатнашты.

Бөгөн тәрбиәселәр алдындағы бурыстарҙың иң мөһиме - балаларға туған телен өйрәтеү, шулай уҡ уларҙы халҡыбыҙҙың сәнғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, милли әҙәбиәте менән таныштырыу.
Ҡалабыҙҙың 12-се “Бәләкәс” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре һәм башҡорт телен уҡытыу буйынса тәрбиәселәрҙең сираттағы методик берекмәһе үтте. Унда мәғариф идаралығынан Ләйсән Уликанова ҡатнашты.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәҡдим иткән “Исем ҡушыу” йолаһы бер тында үтте. Был байрамды Нурзия Вәлитова, Миңлегөл Зиянбаева, Земфира Кирәева, Гөлсиә Ҡотлобаева әҙерләгәйне. Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бишбармаҡ” бейеүе, “Әсәйем-ҡәҙерлем” йыры сараға йәм өҫтәне. Шулай уҡ балалар бишек йырын йырлап, ”бәпес” йоҡлата белеүен күрһәтте.
Айһылыу Смаҡова тәрбиәселәр менән “Балаларҙы тәрбиәләүҙә хәрәкәтле уйындарҙың әһәмиәте” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Педагогтар ҙа төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашты.
Ләйсән Азамат ҡыҙы сараға йомғаҡ яһап, уның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Уны әҙерләгән тәрбиәселәргә һәм етәксеһе Сажидә Ишмановаға рәхмәт белдерҙе. Байрамда ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәре , кескәйҙәрҙең һәм тәрбиәселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында һоҡланып һөйләне, бөтә педагогтарға эштәрендә ҙур уңыштар теләне.
Гөлсиә ЙӘНБИРҘИНА,
3-сө “Хыял” балалар баҡсаһы башҡорт телен уҡытыу буйынса тәрбиәсе.
Читайте нас: