Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2020, 15:00

Кескәйҙәр төшөнкөлөккә бирелмәй

Күңел урамға, саф һауаға, яҙғы тәбиғәткә тартылғанда коронавирус пандемияһы сәбәпле күптәргә үҙ аллы изоляцияла йәшәргә, уҡырға, эшләргә тура килде. Уҡыу йорттары, балалар баҡсалары, ойошмалар, предприятиелар эшмәкәрлеге сикләнгәс, тәүҙә тормош туҡтап ҡалғандай тойолдо. Сәбәпһеҙ фатирҙан сығып йөрөү тыйылғас, айырыуса кесе йәштәге тиктормаҫ балаларға өйҙә ултырыу ауырға тура килде.

Нисек кенә булмаһын, 21-се “Золушка” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең дә, тәрбиәләнеүселәренең дә төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыты юҡ. Беҙ ең һыҙғанып дистанцияла эш башланыҡ. Атай-әсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә дәрестәр үткәрәбеҙ, видеояҙмалар төшөрөп ебәрәбеҙ, хәрәкәтле, дидактик уйындар ойошторабыҙ. Балалар һүрәт төшөрә, йәбештерә, тоҙло ҡамырҙан төрлө фигура әүәләй. Яҙ миҙгеленә арналған йыр-шиғыр ҙа өйрәнәбеҙ.
Күптән түгел “Юғал, вирус!” тип аталған һүрәт төшөрөү конкурсы үтте. Балалар башҡарған эштәрен фотоға төшөрөп ебәрҙе. Өйҙә шөғөлләнеү оҡшаһа ла, кескәйҙәр тәрбиәселәрен, тиҫтерҙәрен һағынды. Педагогтар ҙа йоғошло вирустың тиҙерәк үтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Нажиә ЗИННӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: