ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Апрель 2020, 20:14

Мәғарифты үҫтереүгә бар көсөн һалды

Бәхет серен һәр кем үҙе аса

Был тормош яныңда яҡшы кешеләр булыу менән матур. Изге күңелле, асыҡ йөҙлө Рәйсә Ғәбитова, һәр саҡ тирә-янындағыларҙың күңелен күтәреп, нур һибеп йәшәй. Ярҙамсыл, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән үҙе лә тәрән хөрмәт яулаған.
Яҙмыш елдәре 1981 йылда Мәләүез ҡалаһына алып килә. 1984 йылдан, хаҡлы йылға сыҡҡансы, мәғариф бүлегендә хеҙмәт итә - район мәктәптәрен үҫтереүгә барлыҡ белемен, көсөн бирә. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана.
Педагогия хеҙмәте ветераны Рәйсә Ғәбитова бөгөн дә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Сәләмәт йәшәү рәүеше - уның тормош девизы. “Һаулыҡ” төркөмөндә үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, башҡаларҙы ла йәлеп итә.
Оло йөрәкле әсәй, өләсәй ике ҡыҙы, улы, ейәндәре уңышына һөйөнөп, йәшәйештең асылын аңлап йәшәй белә. Тормоштан ҡәнәғәт булыу, һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы алыу - шундалыр ул бәхет сере.
Читайте нас: