ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2020, 13:50

Уҡыу йылын уңышлы тамамларға

Билдәле булыуынса, 12 майҙан республикала үҙизоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлдө. Әммә был белем биреү ойошмалары эшмәкәрлегенә ҡағылмай. Улар элекке тәртиптә эшләүен дауам итә.

Билдәле булыуынса, 12 майҙан республикала үҙизоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлдө. Әммә был белем биреү ойошмалары эшмәкәрлегенә ҡағылмай. Улар элекке тәртиптә эшләүен дауам итә. Тиҙҙән уҡыу йылы тамамлана, һуңғы ҡыңғырауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Сығарылыш уҡыусылары йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнә. Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
-Уҡыу йылы 1-4-се кластар өсөн - 22 майҙа, 5-11-се класс уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамлана. “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары мәктәптәрҙә үткәрелмәйәсәк. Байрамды онлайн-флешмоб йә башҡа дистанциялы сара рәүешендә уҙғарырға тәҡдим индерелә.
“Һуңғы ҡыңғырау”ҙың, сығарылыш был дистанцион форматы балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмдәре һәм 4-се синыф уҡыусыларына ла ҡағыла. Элеккесә төркөмдәр менән йыйылышыу, байрам ойоштороу, тәбиғәт ҡосағына сығыу ҡәтғи тыйыла.
11-се кластарҙың сығарылыш кисәләре буйынса әлегә аныҡ ҡарар юҡ. Был һорау буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. 9-сы класс уҡыусылары өсөн урыҫ теленән һәм математиканан йомғаҡлау имтихандары булмаясаҡ. Йомғаҡлау баһалары йыллыҡ баһалар нигеҙендә ҡуйыла. Ә ун беренселәр өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 8 июндән билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.
Әлеге дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ныҡлы әҙерлек бара. Сығарылыш уҡыусыларына башҡа фәндәрҙән өйгә эш кәметелде. Аҙна һайын БДИ-ға әҙерләү буйынса республика предмет комиссияһы эксперттары онлайн-консультация үткәрә. Белем биреү сайттарына инергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған хәйриә акцияһы сиктәрендә аҙ килемле ғаиләләрҙән 11 уҡыусы планшет менән тәьмин ителде. Имтихан тапшырыу пункттарын әҙерләү буйынса ла эш бара. Битлектәр, антисептик саралар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә. Быйылғы йоғошло инфекция таралыу хәүефе шарттарында аудиторияларҙа 15 урынына 9 уҡыусы ғына ултыртыу планлаштырыла. Әлегә юғарынан күрһәтмәләр булманы. Ғөмүмән, берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу форматына төҙәтмәләр индерелә. Уҡыусылар уҡыу йылын уңышлы тамамлаһын өсөн барыһы ла эшләнә.
Читайте нас: