ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2020, 19:00

Офоҡтарығыҙ киң, киләсәгегеҙ яҡты булһын!

Иртәгә район-ҡала мәктәптәре сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата.

Иртәгә район-ҡала мәктәптәре сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата.
Белеүебеҙсә, илдәге коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осорҙа быйылғы Һуңғы ҡыңғырау тантаналары онлайн-режимда үтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ваҡиға үҙ әһәмиәтен һис тә юғалтманы. Ул барыбер бөтәһе өсөн дә иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа был сараға ныҡлы әҙерләнә. Дистанцияла яңғыраһа ла, ҡыңғырау тауышы мәктәп, уҡытыусылар, бала саҡ менән хушлашыу мәле етеүен һәм үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуын хәбәр итә. Күп йылдар үтһә лә, ул класташтар, уҡытыусылар, беренсе мөхәббәт хистәре тураһында иҫкә төшөрәсәк.
Быйыл район-ҡалала ун беренсе класты - 334, туғыҙынсыны 853 уҡыусы тамамлай. Йәштәргә дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алыуҙарын, булмыштарына тура килгән һөнәр һайлауҙарын, тормошта үҙ урынын табыуҙарын теләп, уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов ҡотлай. Шулай уҡ атай-әсәйҙәр, педагогтарҙан тәбрикләү һүҙе буласаҡ. Сығарылыш уҡыусылары хөрмәтенә үҙешмәкәр артистар онлайн-концерт ҡуя.
Читайте нас: