Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2020, 19:10

Лагерҙар балаларҙы ҡаршы алырға әҙерләнә

Башҡортостанда балалар лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Был хаҡта 30 апрелдә Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәле булды. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йәки 14 көнлөк өс смена ойоштороласаҡ.

Башҡортостанда балалар лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Был хаҡта 30 апрелдә Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәле булды. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йәки 14 көнлөк өс смена ойоштороласаҡ.
Мәғариф идаралығы әйҙәүсе белгесе Жанна Ғәйетҡолова билдәләүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү өсөн индерелгән үҙ аллы изоляция режимы үҙгәреү менән Мәләүез лагерҙары балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһына ныҡлы әҙерләнә башланы. “Спартаковсы”ның икенсе корпусында душ, туалет бүлмәләрен урынлаштырыу буйынса капиталь ремонт бара. “Дуҫлыҡ”, “Шишмә” һауыҡтырыу комплекстарында ағымдағы төҙөкләндереү эштәре үткәрелә. “Тау һауаһы” лагеры балаларҙы ҡабул итергә әҙер тиергә лә мөмкин. Ҡала ситендәге дүрт ял ойошмаһы ла республика реестрына ингән. Һауыҡтырыу кампанияһы башланыу датаһы аныҡ билдәләнеү менән улар үҙ эшен башлаясаҡ.
Сменалар буйынса әлегә ҡәтғи ҡарар юҡ. Рәсәй Мәғариф минстрлығы Роспотребнадзор менән берлектә был мәсьәләне өйрәнә. Шуға күрә лагерға юллама һатыу ваҡытлыса туҡтатылған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, шулай уҡ аҙ килемле, күп балалы ғаиләләрҙәге балалар быйыл да льготалы ялға иҫәп тота ала. Был маҡсатта республика һәм район бюджетынан аҡса бүленәсәк. Мәктәп яны лагерҙары 1 августан 21-нә тиклем эшләйәсәк. Санитария-эпидемиология хәле яҡшы булһа, ялдың был төрөнә 2780 уҡыусыны йәлеп итеү планлаштырыла. Ә бына ял иткән балаларҙың дөйөм һаны күпме булыры хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк. Барыһы ла Роспотребнадзорҙың һауыҡтырыу кампанияһына ҡуйған талаптарына бәйле.
Читайте нас: