ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь 2020, 18:10

БДИ быйыл яңы талаптар буйынса үтә

3 июлдә 11-се класты тамамлаған уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай

3 июлдә 11-се класты тамамлаған уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай
Мәләүез районында ике пункт йыһазландырыла: 4-се мәктәптә һәм 1-се гимназияла һынау тотасаҡтар. БДИ-ла бөтәһе 386 уҡыусы ҡатнаша, шуның 335-е - быйылғы сығарылыштан. Билдәле булыуынса, быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы яңы талаптар буйынса үтә. Мәғариф идаралығы начальнигы Эльза Хужәхмәтова шул хаҡта аңлатма бирә.
-Йоғошло инфекцияның таралыу хәүефен иҫкәртеү маҡсатында өҫтәмә саралар ҡабул ителде. Һәр һынау алдынан һәм унан һуң биналар дезинфекция сараларын ҡулланып йыуыласаҡ. Аудиторияларҙағы уҡыусыларҙың һаны 9-ҙан артмаҫҡа һәм парталар араһы 1,5 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Бүлмәләргә һауаны таҙартыусы ҡорамал урынлаштырыла.
Имтихан тапшырыу пунктына инеүгә ҡағылышлы талаптар үҙгәрҙе - балалар график буйынса үтәсәк. Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙың һәм персоналдың температураһын тикшерәсәк. Киҫкен респираторлы ауырыу билдәһе булғандар “Ашығыс ярҙам” бригадаһы килгәнсе изоляцияла була. Ингән урында ҡулды эшкәртеү өсөн антисептик саралар менән дозаторҙар ҡуйыла һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр таратыла. Персоналдарҙың да бирсәткәһе, битлеге булырға тейеш. Шулай уҡ балаларҙы имтихан тапшырыу пунктына килтергән мәктәп автобустарында ла иҫкәртеү саралары үткәреләсәк.
Юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, республиканан ситтә уҡығандар, үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, Башҡортостан гимназиялары, лицейҙарында уҡыусылар ғариза яҙып, үҙҙәре йәшәгән урында БДИ тапшыра ала. Быйыл математика буйынса база кимәлендәге БДИ үткәрелмәй.
БДИ-ны юғары уҡыу йортона инергә теләгән уҡыусылар ғына бирә.
Урта дөйөм белем алыу тураһында аттестатты, БДИ тапшырыу-тапшырмауына ҡарамаҫтан, бөтә сығарылыш уҡыусылары аласаҡ.
Читайте нас: