Конгэк
-7 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Июнь 2020, 22:10
Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призерҙары бүләкләнде
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында призлы урын алған һәм еңгән 11-се класс уҡыусылары менән осрашты.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында призлы урын алған һәм еңгән 11-се класс уҡыусылары менән осрашты.
Йыл һайын район-ҡала мәктәптәренән бик күп уҡыусы төрлө фәндәрҙән олимпиаданың муниципаль, төбәк һәм йомғаҡлау этабында ҡатнаша һәм юғары һөҙөмтәләр яулай. Быйылғы сығарылыштан 9 уҡыусы конкурстың төбәк һәм һуңғы турында призер һәм еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Рөстәм Наил улы интеллектуаль ярышта төбәк намыҫын яҡлаған йәштәрҙе ҡотлап, дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙарын һәм үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына инеүен теләне. Башҡортостан вуздары олимпиада профиле буйынса уҡырға ингән студенттарға өҫтөнлөктәр индереүен билдәләне. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университеты Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында призлы урын алғандарға беренсе курста ай һайын 50 мең күләмендә стипендия түләй. Ғөмүмән, республиканың бөтә юғары уҡыу йорттарында ла льготалар ҡаралған. Рөстәм Наил улы сығышы һуңында уҡыусыларға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит