ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль 2020, 19:51

Мөһим һынау башланды

Берҙәмдәүләт имтихандары3-нән 25 июлгә тиклем бара.

“Мәғариф” милли проектын ғәмәлгә ашырыу – иң төп бурыстарҙың береһе, сөнки белемле йәштәр генә илдең киләсәген тәьмин итә ала. Быйыл коронавирус тормош барышына үҙенсәлекле үҙгәрештәр индерҙе. Уны йәше лә, ҡарты ла тойҙо. Оло тормош юлына яңы аяҡ баҫырға әҙерләнгән сығарылыш уҡыусыларына ла яраҡлашырға тура килә. Башҡа йылда был ваҡытҡа имтихан һөҙөмтәләрен белеп, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн уҡыу йорттарына документтар тапшыра башларҙар ине инде. Ә әлегә улар Берҙәм дәүләт имтихандарын башлап тора. Һуңлап үткәрелгәндән тыш, аудиториялағы уҡыусылар һаны ла сикләнде. Тағы ла Роспотребнадзор талабы буйынса 1,5 метрҙан кәм булмаған арауыҡ булырға тейеш. Ошоға бәйле, аудиториялар һәм имтихан тапшырыу пункттары һаны ла артты.
Быйыл республикала БДИ тапшырыуға 19 093 кеше ғариза биргән. 3-дә урыҫ әҙәбиәтенән - 986, географиянан - 543, ИКТ һәм информатиканан 3671 кеше башлап имтихан тапшырҙы. Мөһим сәбәптәр менән килә алмағандар уны августа тапшырасаҡ. Быйыл тағы ла бер үҙенсәлек – 1446 элекке сығарылыш йылдағылар 2020 йылғы уҡыусылар менән бер пунктта һынау тота. 25 июлгә тиклем дауам иткән сараны ойоштороусылар һаны ла артҡан.
Читайте нас: