ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июль 2020, 18:54

Балалар ялы

Йылдың йылы мәктәп яны лагерҙарға күнеккәйнек. Балалар ата-әсә янында, шул уҡ ваҡытта ял да итә, үҫешә. Быйыл көтөлмәгән афәт сәбәпле, "Мәғариф" милли проекты буйынса планлаштырылған саралар үтмәй ҡалды йә электрон төргә алмаштырылды. Лагерҙар асыу 29 июлгә күсерелде.Фото интернеттан.

Йылдың йылы мәктәп яны лагерҙарға күнеккәйнек. Балалар ата-әсә янында, шул уҡ ваҡытта ял да итә, үҫешә. Быйыл көтөлмәгән афәт сәбәпле, "Мәғариф" милли проекты буйынса планлаштырылған саралар үтмәй ҡалды йә электрон төргә алмаштырылды. Лагерҙар асыу 29 июлгә күсерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр 2020 йылдың мартынан республика биләмәһендә ғәмәлдә булған «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төҙәтмәләр индерҙе. Мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыуҙы күсерҙе. Бынан алда 15 июлдә уларҙың эшен башлау планлаштырылғайны.
Шул уҡ ваҡытта йәйге ял дауам итә, һыу буйы тулы кеше, кемдәрҙер тәбиғәт ҡосағында бер нисә тәүлек, аҙналап ята. Балалр ата-әсә менән булһа ла хәүеф кәмемәй. Күмәк ерҙә вирус хәүефе генә түгел, эҫе көндәрҙә һыу һәм янғын ҡурҡынысы ла һаҡлана. Хөрмәтле яҡташтар, үҙегеҙҙе, айырыуса балаларҙы һаҡлағыҙ!
Фото интернеттан.
Читайте нас: