Конгэк
+10 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июль 2020, 16:27
Алда көтә оло юлдар
Мәктәп йылдары - кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ яҡты, сағыу осоро. Һәр кемдең күңелендә мәңге юйылмаҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, иҫтәлекле миҙгелдәр тап шул йылдарҙа һалына. Беренсе уҡытыусы, дуҫтар, билдәләргә һәм һөҙөмтәләргә бәйле уңыш һәм уңышһыҙлыҡтар... Йылдар үтеү менән, былар барыһы ла һағынып иҫкә алырлыҡ матур хәтирә булып, хәтер һандығына һалына.
Мәктәп йылдары - кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ яҡты, сағыу осоро. Һәр кемдең күңелендә мәңге юйылмаҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, иҫтәлекле миҙгелдәр тап шул йылдарҙа һалына. Беренсе уҡытыусы, дуҫтар, билдәләргә һәм һөҙөмтәләргә бәйле уңыш һәм уңышһыҙлыҡтар... Йылдар үтеү менән, былар барыһы ла һағынып иҫкә алырлыҡ матур хәтирә булып, хәтер һандығына һалына.
Быйыл районыбыҙҙың 334 ун беренсе класс уҡыусыһы иң саф, наҙлы, ғәмһеҙ мәле бала саҡ, мәктәп менән дә хушлаша, оло тормош юлына аяҡ баҫа.
Уҙған аҙнала ҡала мәҙәниәт һарайында уҡыу алдынғыларына аттестат һәм миҙал тапшырыу тантанаһы үтте. Ун бер йыл буйы һынатмай, гел алғы сафта барған, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән йәштәрҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы.
- Беҙҙең район үҙенең алдынғы ҡарашлы, тырыш йәштәре менән дан тота. Һеҙ уларҙың сафын тулыландырҙығыҙ. Илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы һәм киләсәктә уңыштар ғына теләйем, - тине Рөстәм Наил улы.
Район мәғариф идаралығы етәксеһе Алик Сатлыҡов үҙ сығышында быйылғы йылды ситтән тороп тамамларға тура килһә лә, уҡыусыларҙың юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүен, мәктәпте яҡшы күрһәткестәр менән тамамлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сарала ата-әсәләр һәм сығарылыш класс уҡыусылары етәкселеккә, уҡытыусыларына һәм тиҫтерҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен һәм теләктәрен еткерҙе.
Байрам тантанаһы бай йөкмәткеле концерт менән үрелеп барҙы. Сара һуңында уҡыусылар күмәләп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?