ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2020, 16:48

Һәләтле етәксе, һоҡланғыс шәхес

Ҡаланың 4-се мәктәбе директоры Юрий Иванович Зайцев үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Тәжрибәле педагог, һоҡланғыс кеше Юрий Иванович Зайцев үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй.
Һәләтле етәксе, белемле педагог Юрий Зайцев инде ике тиҫтә йылдан ашыу ҡаланың 4-се мәктәбен етәкләй. Уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың араһында абруй ҡаҙанһа, ата-әсәләрҙең, етәкселектең ышанысын яуланы.
Юрий Ивановичтың педагогия эшмәкәрлеге 1977 йылда 63-сө һөнәрселек училищеһынан башлана. Бына инде нисә йыл ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡала һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индерә. Илһөйәр граждан булараҡ йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының һөнәри-техник белем биреү алдынғыһы” түш билдәһе менән бүләкләнә, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһының мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” лайыҡ була. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның күп йыллыҡ эш тәжрибәһе, тәрән белеме, ижади ҡарашы баһалап бөткөһөҙ. Киләсәктә лә тик уңыш, именлек, бәхет юлдаш булһын, дәрт-дарман ташламаһын.
Читайте нас: