Конгэк
+19 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2020, 00:41
Заманса мәктәп
Ергән, Первомай, Һарыш ауылы мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле үҙәктәр асылды. Быйыл ошо программа буйынса Воскресенск, Нордовка мәктәптәренең «Технология», «Информатика», «ОБЖ» бүлмәләре йыһазландырыла.
Заманса мәктәп "Мәғариф" дәүләт проекты нигеҙендә үткән йылдан башлап беҙҙең район "Заманса мәктәп" төбәк проектында ҡатнаша. Уға ярашлы, Ергән, Первомай, Һарыш ауылы мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле үҙәктәр асылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов билдәләүенсә, быйыл ошо программа буйынса Воскресенск, Нордовка мәктәптәренең «Технология», «Информатика», «ОБЖ» бүлмәләрен компьютер, квадрокоптер, виртуаль ысынбарлыҡ системаһы, 3D принтеры, тренажер-манекен һәм уҡыу-уҡытыу кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырыу планлаштырыла. Проект уҡыусыларға үҙ аллы тикшеренеү эштәре, медиаижад менән шөғөлләнергә, һәләттәрен ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәк. Ауыл мәктәптәре уҡыусыларына был яңылыҡтар ҙур мөмкинлектәргә юл аса.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты